“Ғаилә ҡиммәттәре”

Минең бабайым, Ноғоманов Зәйләгәй Сирай улы, 1922 (мең туғыҙ йөҙ егерме икенсе йылдың) 6 октябрендә, Түбәнге Әрмет ауылында эшсе ғаиләһендә тыуған. 9(туғыҙынсы) класты Стәрлетамаҡта тамамлаған һәм Стәрлетамаҡ спирт комбинатында слесарь булып эшләгән.

1941 (мең туғыҙ йөҙ ҡырҡ беренсе) йылда Стәрлетамаҡ ҡала хәрби комиссариаты тарафынан армияға алына. 1943-сө (мең туғыҙ йөҙ ҡырҡ өсөнсө)йылда Саратов танк училищеһын тамамлай. 1943 (мең туғыҙ йөҙ ҡырҡ өсөнсө) йылдан фронтҡа алына, взвод командиры була.

 

Ноғомановтың батырлыҡтары тураһында фронт документтарынан шуларҙы белдек:  “ Дошмандарға контратака һөжүме ваҡытында 1944(мең туғыҙ йөҙ ҡырҡ дүртенсе) йылдың 13 (ун өсөнсө) октябрендә Михалув районында ( Варшаванан төнъяҡтараҡ) Зәйләгәй Сирай улы Ноғоманов танк взводы менән командалыҡ иткәндә пушканан төҙәп атып үҙе генә 4 (дүрт) немец танкыһын һәм 30 (утыҙға) яҡын гитлеровцыны юҡ итә. Немец танкылары үҙҙәренең һан яғынан күплеген күреп  лейтенант Ноғомановтың танкыһына һөжүм итәләр. Экипаждағы бөтә һалдаттар  яраланалар. Снарядтар  ҙа бөтә башлаған була. Командир команда бирә: “Экипажға танктан сығырға!”. Әммә үҙе сыҡмай. Шулай уҡ бер танкист  та урынынан ҡуҙғалмай. Ноғоманов яңынан танкты ташларға әмер бирә. Шул ваҡытта ул дошмандың өсөнсө танкыһын яндырып өлгөрә.  Бүтән атырға снаряд ҡалмай. Яраланып һәм ярым янған танкистар янып торған машинанан сығалар. Улар командирҙарын көтөп, йыраҡҡараҡ шыуышалар. Әммә танктың люгы ябыла һәм Зәйләгәй бабайым янған танк эсендә ҡала.

 

Тиҙлектте арттырып янған танк дошманға ҡаршы бара башлай. Ә ҡалған яугирҙәр ярымиҫһеҙ булһалар ҙа ҡаты шартлау тауышын ап-асыҡ ишетәләр. Киске күккә  ялҡын телдәре үрмәләй. Ике ҙур танк бәрелеү арҡаһында көслө шартлау барлыҡҡа килә һәм шул урында тимер өйөмдәре генә өйөлөп ҡала”.

“Үҙенең тыуған ил алдындағы бурысын һуңғы һулышына тиклем намыҫлы үтәп, янған танк менән немец  танкын шартлатып, өлкән лейтенант Зәйләгәй Сирай улы Ноғоманов батырҙаса һәләк булды,” – тигән  хат килеп төшә командирҙарынан.

Батырҙың наградалары.

   

Бабайымдың наградалары бик күп була һәм уның һуңғыһы тураһында  әйтеп үткем килә. 1945 йылдың  мартында СССР-ҙың юғары Совет Президиумы Указы менән өлкән лейтенант Ноғоманов Зәйләгәй Сирай улына үлгәндән һуң, күрһәткән батырлыҡтары, немец баҫҡынсыларына ҡаршы яуҙа ҡуйылған бурыстарҙы еренә еткереп үтәгәне һәм ҡаһарманлыҡ күрһәткәне өсөн Советтар Союзы Геройы исеме бирелә.

  

Стәрлетамаҡта Зәйләгәй Ноғомановтың исемен мәңгеләштереү өсөн ярайһы ғына эштәр башҡарыла. Мәҫәлән: “Тимер юл” микрорайонынан “Совет”микрорайонына тиклем булған урамға 1964 йылда Ҡала Советы ултырышы ҡарары менән Ноғоманов исеме бирелә.

 

Шулай уҡ Жуков исемендәге скверҙа Зәйләгәй бабайыма бюст һәм ул уҡыған 4-се мәктәпкә мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.

                                                                          

Хәҙер мин башымды юғары күтәреп Ноғоманов бабайым исеме бирелгән урамдан ғорурланып үтәм. Мин дә уның кеүек батыр һалдат булып үҫәһем килә.

Һуғыш бөткәнгә хәтһеҙ ваҡыт үтһә лә, мин һуғышта ҡатнашҡан туғандарым менән ҡыҙыҡһынам,өләсәйемде төрлө һорауҙар биреп аптыратам.Сөнки әле мин ишеткәндәремде теркәп бармаһам киләсәк быуынға ни  еткерербеҙ?

Ниғмәтуллин Данис,Стәрлетамаҡ ҡалаһы 1-се һанлы лицейҙың 4-се ж класс уҡыусыһы

Поделиться: